ХАЛЫҠТАРҘЫҢ БӨЙӨК КҮСЕНЕШЕ, б.э. 1-се мең йыллығында Евразия терр-яһында халыҡтарҙың күпләп күсенеүенең шартлы исеме. Төп миграция 4 б. 70-се йй. Көнсығыш Европаға һундарҙың баҫып инеүенә, сарматтарҙы, аландарҙы, готтарҙы һ.б. ҡәбиләләрҙе ҡыйратыуға бәйле башлана. Һундарҙың Көнбайышҡа күсенеүе, үҙ сиратында, вестготтарҙың бер өлөшөнөң һ.б. герман ҡәбиләләренең Рим империяһына күсенеүенә сәбәп була. 4 б. аҙ. – 5 б. 1-се ярт. һун ҡәбиләләре берләшмәһенең барлыҡҡа килеүе һәм хакимлыҡ итеүе, уның Рим империяһына ҡаршы походтары м-н билдәле. Волганан алып Дунайға тиклем терр-яла йәшәгән сармат-гот сығышлы урындағы халыҡты берләштергән һәм Аттила осоронда (434—453 йй. хакимлыҡ итә) ҡеүәте көсәйгән һундар дәүләте 5 б. уртаһында – 7 б. тарҡала. Был осорҙа һун һәм сармат ҡәбиләләренең бер өлөшө төньяҡ-көнсығышҡа, ш. иҫ. Кама һәм Урал янына, күсенә; Көнбайыш Рим империяһы тарҡала, “варварҙар дәүләте” (вестготтар, вандалдар, остготтар, франктар, англдар һ.б.) тип аталған дәүләттәрҙең барлыҡҡа килеү процесы башлана; Х.б.к. славян ҡәбиләләре йәлеп ителә. Х.б.к. Волга-Урал төбәгенең этномәҙәни үсешенә ҙур йоғонто яһай (ҡара: Бахмут мәҙәниәте, Имәнкиҫкә мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Мазунин мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте), Төрки ҡағанаты, Волга буйы Болғары һ.б. барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

Тәрж. Д.К.Үзбәков