ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА СЫҒЫМЫ, халыҡтың үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә тотонған аҡсаһы. Ҡулланыу сығымдары (тауар һатып алыу һәм торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ, мәғариф, элемтә, медицина системалары, пассажирҙар транспорты һ.б. хеҙмәттәр өсөн түләү) һәм ҡулланыу м-н бәйләнмәгән (һалым, йөкләмә һ.б. мотлаҡ түләүҙәр, сит ил валютаһын һатып алыу, вкладтар, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙа һ.б. йыйылған аҡса) сығымдар айырыла. Халыҡтың аҡса килемдәре һәм сығымдары балансы нигеҙендә, йорт хужалыҡтарын һайлап тикшереү һөҙөмтәләре б-са иҫәпләнә. Халыҡтың йәшәүен тәьмин итерлек миним. аҡса күләмен билдәләү өсөн йәшәү минимумы булды­рыла, уның структураһы халыҡтың иң аҙ тәьмин ителгән өлөшө сығымдарының фактик структураһына яҡын була. Х.а.с. структураһында сағыштырмаса ҙур өлөш тауар һатып алыуға һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе түләүгә тура килә, халыҡҡа кредит биреүҙең артыуы күҙәтелә (1-се табл.). Халыҡтың соц.-демографик төркөмөн иҫәпкә алып, Х.а.с. йорт хужалыҡтары бюджеттарын һайлап тикшереү мәғлүмәттәре нигеҙендә иҫәпләнә (2-се табл.).

Ә.М.Аллаярова, Р.Ә.Артыҡаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов