ХАЛЫҠТЫҢ БЕЛЕМ ҺӘМ ПРОФЕССИОНАЛЬ КИМӘЛЕ, халыҡты тамамлаған уҡыу йорттарының тибы б-са төркөмләү. Х.б.һ.п.к. төп күрһәткестәре булып халыҡтың грамоталылыҡ (15 йәштән алып төп дөйөм белеме булған кешеләрҙең өлөшө) һәм иҡт. әүҙем халыҡтың белем кимәлдәре тора. Өлкәндәрҙең грамоталылыҡ кимәленән тыш балаларҙы, йәштәрҙе уҡытыу масштабы һәм уртаса уҡыу йылдары ҙур әһәмиәткә эйә. Мәжбүри дөйөм белем биреүҙең йәш б-са сиге (ҡара: Башланғыс белем) 10 йәштән (30-сы йй.) 18 йәшкә (2007) тиклем (ҡара: Урта белем) үҙгәрә. Халыҡ-ара практикала 25 йәштән олораҡ булған халыҡ өсөн күрһәткестәр ҡулланыла. Х.б.һ.п.к. илдең мәҙәни һәм интеллектуаль мөмкинлектәрен, уның соц. үҫешен күрһәтә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙа мөһим фактор булып тора; иҡтисадтың тармаҡ структураһы һәм мәғариф системаһының үҫеше йоғонтоһонда формалаша.

1897 й. Өфө губернаһында 16—50 йәштәге халыҡтың 77,8%-ы наҙан була (Рәсәй империяһында — 71%), 1920 й. халыҡтың наҙанлыҡ кимәле 71,3% тәшкил итә, наҙанлыҡты бөтө­рөү һөҙөмтәһендә 1932 й. — 78,1% (башҡорттар араһында — 67,9%, татарҙар — 75,5%, урыҫтар — 85,1%), 1933 й. — 84,1%. 8—11 йәштәге балаларға башланғыс белем биреү 1915— 16 йй. — 36%, 1929 — 30 йй. 58% була; 1932—33 йй. 99,3% тәшкил итә, 2000 йй. ш. уҡ кимәл һаҡ­лана. 1939 — 59 йй. Х.б.һ.п.к. үҫешә, ҡала һәм ауыл халҡы, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһындағы белем кимәле б-са айырма ҡыҫҡара. 15 йәштән олораҡ булған халыҡтың белем кимәле 1979 й. 87%, 1989 й. — 92,6%, 2002 й. 98,7% тәшкил итә. Эшләгән халыҡтың белем кимәле юғарыраҡ була: 1979 — 2006 йй. юғары белемле кешеләр 2,5 тапҡырға, урта проф. белемлеләр 1,8 тапҡырға арта. Проф. белемдең артыуы урта (тулы) дөйөм белемле халыҡтың сағыштырма өлөшө 1,2 тапҡырға кәмеү м-н оҙатыла. Башланғыс белеме булмаған кешеләрҙең һаны 4,1 тапҡыр­ға ҡыҫҡара. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың проф. белеме юғарыраҡ була: 15 йәш һәм олораҡ булған 1000 ир-егет араһында юғары белемлеләр — 110, урта проф. белемлеләр 270 кеше тәшкил итә; ҡатын-ҡыҙҙар араһында ошоға ярашлы 122 һәм 294 кеше (2002). Ҡалаларҙа 1000 кешенең 144-е юғары белемле була, ауыл ерендә — 66 кеше, урта проф. белемлеләр ошоға ярашлы 325 һәм 203 кеше. Башҡорттар араһында Х.б.һ.п.к. күпкә арта: 15 йәш һәм олораҡ булған 1000 кешенең 99-ы юғары белемле (ҡала халҡы араһында — 145, ауылдарҙа — 64 кеше), 15 кеше башланғыс белемһеҙ була (2002). 2006 й. эшһеҙҙәр араһында 1000 кешенең 122-һе юғары белемле булып иҫәпләнә, 3 кешенең төп дөйөм белеме булмай. БР-ҙа Х.б.һ.п.к. РФ һәм Волга буйы федераль округы м-н сағыштырғанда түбәнерәк: 2002 й. респ. 15 йәш һәм олораҡ булған 1000 кешегә юғары белемле 117 кеше, РФ-та — 160, Волга буйы федераль округында 138 кеше тура килә, ошоға ярашлы дөйөм урта (тулы) белемле — 146, 175 һәм 174 кеше. Шулай уҡ ҡара: Мәғариф.

Р.Ә.Ғәлин, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. А.Н.Күсеев