ХАЛЫҠТЫҢ ЕНЕС‑ЙӘШ БУЙЫНСА СТРУКТУРАҺЫ, енес һәм йәш б-са халыҡ һаны нисбәте. Иҡт., соц. һәм демографик факторҙар йоғонтоһонда формалаша; тыуған ваҡытта ир бала һәм ҡыҙ бала, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үлеме, мигранттар араһындағы ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар нисбәтенә бәйле була; тыуымға, үлемгә, никахлылыҡҡа һ.б. демографик процестарға тәьҫир итә. Тыуған ваҡытта ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар нисбәте биол. детерминанттар, артабан соц.-демографик факторҙар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше һәм халыҡ миграцияһы әүҙемерәк үткән һайын Х.е.-й.б.с. тиҙерәк үҙгәрә. Енес б-са халыҡ нисбәтен билдәләгән төп күрһәткестәр булып халыҡ һанындағы ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%-тарҙа) һәм 1000 ҡатын-ҡыҙға (ир-егеткә) иҫәпләгәндә ир-егеттәр (ҡатын-ҡыҙҙар) һаны тора. Кешеләрҙең репродуктив мөмкинлектәрен иҫәпкә алып йәш б-са төркөмдәр айырыла: 15 йәшкә тиклем (балалар), 15—49 йәш (ата-әсә), 50 йәш һәм ололар (олатай-өләсәй); кешеләрҙең хеҙмәткә яраҡлылығы — 15 йәшкә тиклем (эшкә яраҡлы йәшкә етмәгәндәр), 16 — 59 йәшлек ир-егеттәр һәм 16 — 54 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар (эшкә яраҡлы йәштәгеләр), 60 йәштән уҙған ирҙәр һәм 55 йәштән уҙған ҡатындар (эшкә яраҡлы йәштән үткәндәр). Тыуымдың аҙайыуы халыҡтың ҡартайыуына килтерә (йәш төркөмдәрҙең сағыштырма өлөшө кәмей һәм өлкән төркөмдәр арта). Х.е.-й.б.с. күрһәтеү өсөн “енес-йәш буйынса пирамида” диаграммаһы ҡулланыла, унда һуғыштар арҡаһында халыҡтың юғалтыуҙары,тыуымдыңаҙайыуы һ.б. һүрәтләнә. Башҡортостанда 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре б-са 9 йәшкә тиклемге ҡыҙ балалар ир балаларҙан һан яғынан күберәк була, Өфө губ. 10—19 йәштәге төркөмдәрҙә ҡыҙҙар һанының егеттәрҙеке м-н сағыштырғанда түбәнәйеүе күҙәтелә, Ырымбур губ. бер тигеҙ була (ҡара: Халыҡтың тәбиғи артыуы). Был ауыл ерендә бала тапҡан йәш ҡыҙҙарҙың үлеменә килтергән иртә никахтарҙың өҫтөнлөк итеүе м-н аңлатыла; ике губернала ла 20—39 йәштәге төркөмдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар һаны күбәйеүе һәм 40—49 йәштәге төркөмдәрҙә кәмеүе күҙәтелә. 1939 й. халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре б-са, БАССР-ҙа 1000 ир-егеткә 1115 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы енестәр араһындағы диспропор­цияға килтерә (1959 й. 1000 ир-егеткә — 1235 ҡатын-ҡыҙ). Енес б-са халыҡ нисбәте яйлап тигеҙләнә бара (2002 й. 1000 ир-егеткә — 1134 ҡатын-ҡыҙ, 2010 й. — 1139, 2017 й. — 1135). Яңы тыуған балалар араһында 100 ҡыҙ балаға 105—106 ир бала тура килә; ир-егеттәр үлеме һө­ҙөмтәһендә 30 йәшкә табан халыҡтың енес б-са составы тигеҙләнә. Йәш артыуға бәйле ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үлемендәге айырмалар үҫә, был халыҡ һанында ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҫтөнлөк итеүенә килтерә. 1000 ир-егеткә уртаса 1185 ҡатын-ҡыҙ тура килә: 20—29 йәштә — 1028, 30— 39 — 1088, 40—49 — 1180, 50—54 — 1221, 60—69 — 1662, 70 йәштә һәм ололар араһында — 3921 ҡатын-ҡыҙ (2010; ҡара: һүрәт). Енес б-са халыҡ структураһында иң ҙур айырмалар ҡала һәм ауыл халҡы өсөн хас. Ҡалалаларҙа енес б-са халыҡ структураһы йәш б-са халыҡ төркөмдәренә бәйле бүленә: иң стабиль булмаған төркөм булып миграция тәьҫир иткән 15—25 йәштәге төркөм һанала, уның составы һәм масштабтары хужалыҡ һәм уҡыу йорттарының профиле, халыҡтың таралып ултырыуы системаһында ҡаланың роле м-н билдәләнә. Урта йәштәге төркөмдәрҙә нисбәт яйлап тигеҙләнә, оло йәштәге төркөмдәрҙә енес б-са составтағы диспропорциялар ирҙәр һәм ҡатындар үлемендәге айырмалар м-н билдәләнә. Ауыл ерендә 49 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк, был башлыса ҡыҙҙарҙың урта мәктәпте тамамлағандан һуң ҡалаларға күпләп китеүенә бәйле була. Ҡалаларҙа15—24 йәштәге төркөмдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итеүе күҙәтелә.

Р.Ә.Ғәлин

Тәрж. А.Н.Күсеев