ХАЛЫҠТЫҢ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕ, билдәле бер илдә йәки төбәктә социаль төркөмдәрҙең, халыҡтың физик, рухи, матди ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелеү дәрәжәһен билдәләгән комплекслы күрһәткес. Йән башына тура килгән килем (ҡара: Халыҡтың аҡса килеме), ҡулланылған матди байлыҡ һәм хеҙмәттәрҙең дөйөм күләме (ш. иҫ. торлаҡ шарттары, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һ.б. күрһәткестәр) м-н билдәләнә. Х.й.к. иҡт. үҫеште һәм алып барылған социаль сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Килем кимәле б-са халыҡтың төп төркөмдәре — ярлылар, урта хәллеләр һәм байҙар айырыла. Х.й.к. урта хәлле ҡатламдың соц.-иҡт. хәле м-н билдәләнә. Донъя практикаһында йәшәү кимәленең интеграль күрһәткестәре, мәҫ., йән башына тура килгән килем­де, белем кимәлен һәм ғүмер оҙонлоғон иҫәпкә алған кешелек үҫеше индексы, ҡулланыла. Халыҡ-ара стандарттарға ярашлы, ярлы халыҡтың һаны 10%-тан артмаҫҡа тейеш. Баш­ҡортостанда ярлылыҡ кимәле түбәнәйеүе, халыҡтың соц.-иҡт. дифференциацияһы көсәйеүенең тотороҡло тенденцияһы күҙәтелә. 1995 й. РФ-та килеме йәшәү минимумынан түбән булған халыҡ һаны 24,8%, БР-ҙа 32,4% тәшкил итә, 2008 й. — ярашлы рәүештә 13,4 һәм 11,5. Респ. фондтар коэф. (иң ҙур аҡса килеме булған халыҡ һанының 10% килеменең иң бәләкәй аҡса килемле халыҡ һанының 10% килеменә сағыштырмаһы) 1995 й. 8,4%; 2000 й. – 9,8; 2009 й. — 18,6% тәшкил итә.

С.Х.Ҡадиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов