ХАЛЫҠТЫҢ МӘШҒҮЛЛЕГЕ, граждандарҙың үҙ (шәхси) һәм йәмәғәт ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән һәм, ҡағиҙә булараҡ, килем килтергән эшмәкәрлеге. Беренсел һәм икенсел (бер нисә урында эшләү), тулы һәм өлөшләтә мәшғүллек айырыла. Иҡтисадта мәшғүл кешеләр иҫәбенә түләнгән эше булған, ш. уҡ ғаилә пр-тиеларында эш хаҡы алмайынса эшләгән кешеләр, ауырыу, йыллыҡ йәки уҡыу отпускыһында булыу сәбәпле ваҡытлыса эшкә йөрөмәгән һ.б. граждандар инә. Иҡтисадта мәшғүл кешеләрҙең уртаса йыллыҡ һаны т-да мәғлүмәттәр пр-тие һәм ойошмаларҙан алынған мәғлүмәт, халыҡты һайлап тикшереү материалдары нигеҙендә хеҙмәт ресурстары балансын төҙөгән ваҡытта йыл һайын эшләнә.

Башҡортостанда 20 б. башында формалашҡан Х.м. структураһы традицион хужалыҡ итеү тәртибе м-н билдәләнгән, унда а.х. төп ролдә булған: халыҡтың 95%-ы игенселек һәм һыйырсылыҡ м-н шө­ғөлләнгән (1913). Сәнәғәттә 100 меңгә яҡын кеше эшләгән. Социаль өлкә аҙ үҫешкән: 500-гә яҡын табип һәм урта мед. персоналы, 3 меңгә яҡын уҡытыусы эшләгән. Совет власы йылдарында Х.м. структураһы һиҙелерлек үҙгәрә. Сәнәғәттә эшләүселәр һаны 18%-тан (1928) 35,8%-ҡа (1987) тиклем арта, а.х. мәшғүл булғандар өлөшө 18%-тан 7,8%-ҡа тиклем кәмей. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәрҙең сағыштырма өлөшө 4%-тан 5,6%-ҡа, мәғариф өлкәһендә мәшғүл булғандарҙың — 8%-тан 9,7%-ҡа тиклем арта; дәүләт һәм хужалыҡ идаралығы органдары аппараты 12%-тан алып 1,4%-ҡа тиклем кәмей. 40-сы йй. башынан мәшғүллектең яңы өлкәләре барлыҡҡа килә: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе (1987 й. эшләгән кешеләрҙең 3,8%-ы), фән һәм фәнни хеҙмәтләндереү (2,4%). Баҙар иҡтисады шарттарында Х.м. хеҙмәт баҙарының конъюнктураһы м-н билдәләнә. БР-ҙа иҡтисадта эшләгән кешеләр һаны 1990 — 98 йй. 14,7%-ҡа кәмей (ҡара: Эшһеҙлек).2011 й.Х.м. кимәле 61,9%, иҡт. әүҙем халыҡ кимәле 67,1% тәш­кил итә. Иҡтисад тармаҡтары һәм иҡт. эшмәкәрлек төрҙәре б-са формалашҡан мәшғүллек структураһында (2004 й. тиклем) сәнәғәттә, төҙөлөштә, транспортта эшләүселәрҙең сағыштырма өлөшө кәмей; а.х., сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, һатыу, ш. уҡ кредит биреү, финанс һәм страховкалау өлкәһендә эшләүселәрҙең һаны һиҙелерлек арта (ҡара: 1-се, 2-се табл.); баҙар эшләүен тәьмин итеү һәм күсемһеҙ милек м-н операциялар б-са коммерция эшмәкәрлегенә бәйле мәшғүллектең яңы формалары барлыҡҡа килә. Хосуси һәм ҡатнаш милек пр-тиеларында эшләүселәр һаны арта (ҡара: 3-сө табл.). 1991 й. алып респ. мәшғүллек хеҙмәттәре эшләй. Уларҙың эшмәкәрлеге БР б-са Федераль халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте идаралығы тарафынан координациялана. 1991 й. мәшғүллек хеҙмәттәренә мөрәжәғәт иткән 12,3 мең кешенең 37%-ы, 2011 й. – 128,3 мең кешенең 68,8%-ы эшкә урынлаштырыла.

Р.Ә.Ғәлин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов