ХАЛЫҠТЫҢ ТАРАЛЫП УЛТЫРЫУЫ, халыҡтың билдәле бер төбәктә урынлашыу процесы һәм уны кеше йәшәгән урындар (ауыл, ҡала һ.б.)системаһы рәүешендә терр.ойоштороу. Халыҡтың урынлашыуын һәм тығыҙлығын, кеше йәшәгән урындарҙың функциональ терр. бәйләнештәрен һәм халыҡ миграцияһын үҙ эсенә ала. Х.т.у. соц.-иҡт., тәбиғи, тарихи факторҙар тәьҫир итә. Ултыраҡ (ҡара: Ултыраҡ тормош) һәм күсмә (ҡара: Күсмә тормош) формалары айырыла. Х.т.у. төп законлығы: таралып ултырыу формаларының иҡтисад үҫеше кимәленә тап килеү. Халыҡтың күпселек өлөшө ултыраҡ тормошта йәшәй, күсмә халыҡ, ҡағиҙә булараҡ, экстремаль тәбиғәт шарттары булған терр-яларҙа таралған. Терр-яларҙы үҙләштереү характеры б-са ҡала һәм ауыл Х.т.у. бүленә. Шулай уҡ таралып ултырыу селтәре (торамалар йыйылмаһы), таралып ултырыу системаһы (торамаларҙың терр-я бөтөнлөгө һәм үҙ-ара функциональ бәйләнеше булған йыйылмаһы), таралып ултырыуҙың терәк каркасы (таралып ултырыу үҙәктәренең һәм уларҙы тоташтырған транспорт-мәғлүмәт полимагистралдәренең йыйылмаһы) айырыла. Башҡортостан терр-яһында 18 б. башына тиклем Х.т.у. күсмә формаһы таралған була, 19 б. башына ултыраҡ формаға үҙгәрә. Торлаҡтар башлыса йылға үҙәндәрендәбарлыҡҡа килә, ҡала торамалары селтәре формалаша. Х.т.у. 19 б. аҙ. тимер юлдар төҙөү, 20 б. 30-сы йй. башында индустриялаштырыу, нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү тәьҫир итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР-ҙың үҙәк һәм көнбайыш өлкәләренән сәнәғәт пр-тиеларын эвакуациялау һөҙөмтәһендә ҡала хал­ҡының һаны үҫә. Сәнәғәт үҫеше яңы ҡалалар төҙөлөүенә, ҡала агломерациялары формалашыуына, ауыл халҡының ҡалаларға күсенеүенә килтерә. Транспорт магистралдәре буйлап һәм эре ҡалаларға яҡын урынлашҡан ауылдар ҙурая. Ауыл биләмәләре һаны даими кәмей: 1939—89 йй. ике тапҡырға тиерлек аҙая. 2 ҡала агломерацияһы формалаша: Өфө һәм Стәрлетамаҡ-Салауат; респ. сиктәрендә Магнитогорск ҡала агломерацияһының (Силәбе өлкәһе) бер өлөшө урынлашҡан. Дөйөм Рәсәй кимәле б-са Х.т.у. үҙәге булып Өфөтора, район-ара кимәл б-са — Стәрлетамаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Бөрө ҡалалары. Респ. бер нисә ҡалаһы (Нефтекама, Октябрьский, Күмертау) Ырымбур өлкәһенең, Татарстандың, Удмуртияның сик буйындағы райондарына; күрше төбәктәрҙең ҙур үҙәктәре (Силәбе, Магнитогорск, Златоуст, Орск, Ырымбур, Яр Саллы һ.б.) респ. сик буйындағы райондарының тормаларына тәьҫир итә. БР Х.т.у. төбәк системаһы Урал-Волга буйы Х.т.у. төбәк-ара системаһы составына инә, ТР, Һамар өлкәһе, Силәбе өлк. м-н киң таралған субкиңлек бәйләнештәре ярҙамында айырылып тора.

И.В.Голубченко

Тәрж. А.Н.Күсеев