ХАЛЬКОЗИН (гр.chalkos — баҡыр), баҡыр ялтырауығы, сульфидтар класы минералы, Cu2S. Составына көмөш, тимер һ.б. ҡушылмалар инә. Кристалдары пластинка, ҡыҫҡа призма формаһында, дипирамидаль, алты ҡырлы ҡушылмалары осрай. Агрегаттары үтә ваҡ бөртөклө, бөрсөктәр. Төҫө ҡарағусҡыл һоро, металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2,5—3; тығыҙлығы 5780 кг/м3.

Мурт, электр үткәрә. Х. сәнәғәт тупланмалары баҡыр ятҡылыҡтарының окисланыу зоналарына бәйле. Окисланғанда куприт, малахит, азурит, саф баҡыр м-н алмашына. БР-ҙа Х. — баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын икенсел сульфидтар м-н байыҡтырыу ярым зонаһының типик минералы, баҡырлы ҡомташтарҙың төп минералдарының береһе.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов