ХАНИСЛАМОВ Ғәлләметдин Хөснөтдин улы (1875, Һамар губ. Үрге Узовка а. — 21.1.1942, Чкалов өлк. Илек Һағы ҡала тибындағы ҡасабаһы), дин әһеле. Ырымбур ҡ. 1-се йәмиғ мәсете эргәһендәге мәҙрәсәне тамамлаған. Шул уҡ мәсеттә хеҙмәт иткән (1919 й. алып мәҙрәсә уҡытыу­сыһы), бер үк ваҡытта 1907—19 йй. “Дин үә мәғишәт” (“Дин һәм тормош”; ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты) ж. мөхәррире. Ислам һәм дини мәғрифәтселекте яңыртыу мәсьәләләрендә ҡәҙимселек яҡлы булған. 1928 й. Ырымбурҙа дини мәктәп ойоштороу сәбәпле ҡулға алынған. 1932 й. башлап Өфөлә йәшәй. М.Ғатауллин, М.М.Камалетдинов м-н таныш булған. 1936 й. репрессияланған, төрмәлә вафат булған.

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина