ЯҢЫ ВАСИЛЬЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айыусы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 273 кеше; 1920 — 339; 1939 — 384; 1959 — 341; 1989 — 226; 2002 — 236; 2010 — 246 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Көҫәпҡол а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1890 й. купчий ҡағыҙы б‑са Пенза һәм Тамбов губ. күсеп килеүселәр Васильевка исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Кузнецовка булараҡ теркәлгән. 1896 й. 14 йортта 38 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов