ЯҢЫ ВӘРӘШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Иҫке Вәрәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Вәрәш й. (Гәрәй й. ҡушылдығы) буйында урын­лашҡан. Халҡы: 1906 й. — 269 кеше; 1920 — 237; 1939 — 206; 1959 — 237; 1989 — 124; 2002 — 112; 2010 — 96 кеше. Удмурттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Урман‑Гәрәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Вәрәш а. (хәҙ. Иҫке Вәрәш а.) удмурттары нигеҙ һала. Шулай уҡ Йәшкүҙ исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 139 кеше йәшәгән, 1865 й. 20 йортта — 147 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов