“ЯҢЫ ДОНЪЯ”, АХПК. Баҡалы р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Бозор ауылы. Составына 3 бригада (йәш һыйыр малын үҫтереү һәм һимертеү б‑са 2 ферма, һөтсөлөк фермаһы), тирмән һ.б. инә. 2013 й. 70 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 5759 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 5312 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 20,7, кукуруз (йәшел масса) — 250; 4588 т иген, 5000 т кукуруз етештерелгән. Һыйыр малы һаны — 1500 (300 һыйыр), йылҡы — 54; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 4207 кг; 1262 т һөт, 106 т ит етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 2012 й. хужалыҡ “500 ферма” программаһында ҡатнашыусы статусын ала, модернизацияланған һауыу залы булған һөтсөлөк фермаһы файҙаланыуға тапшырыла.

1971 й. К.Маркс ис. к‑здың 2 бригадаһы базаһында “Я.д.” к‑зы булараҡ ойошторола, 2000 й. алып “Я.д.” АХПК, 2013 й. үҙгәртеп ҡорола һәм “Бозор” АХПК булараҡ эшләй.

Тәрж. Г.А.Миһранова