ЯҢЫ ЕРЕК, К а н а ш, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем‑Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 43 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 325 кеше; 1920 — 251; 1939 — 272; 1959 — 222; 1989 — 111; 2002 — 131; 2010 — 101 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер‑Табын улусы Ерек а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәсыуаштар нигеҙ һала. 1896 й. 40 йортта 228 кеше йәшәгән. Мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек теркәлгән.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов