ЯҢЫ ЙӘНЙЕГЕТ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Йәнйегет а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 49 км һәм Нефтекама т. юл ст. К. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 467 кеше; 1920 — 754; 1939 — 789; 1959 — 652; 1989 — 347; 2002 — 362; 2010 — 313 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙе Гәрәй улусы Йәнйегет а. (хәҙ. Иҫке Йәнйегет а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 67 йортта 391 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне, ат м‑н ярма ярғыс, мөгәзәй булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов