ЯҢЫ ЙӘНСӘЙЕТ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Байҡы а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 140 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 193 кеше; 1959 – 596; 1989 – 305; 2002 – 283; 2010 — 272 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Йәнсәйет/Иҫке Йәнсәйет а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 24 йорт иҫәпкә алынған. 50‑се йй. Я.Й. 18 б. башында нигеҙләнгән Иҫке Йәнсәйет а. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов