ЯҢЫ КОНСТАНТИНОВКА, Благовар р‑нындағы ауыл, Мирный а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 722 кеше; 1939 — 489; 1959 — 258; 1989 — 223; 2002 — 230; 2010 — 176 кеше. Украиндар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендәер биләүсе С.С. Йәнтүриндән һатып алынған ерҙәрҙә Полтава губ. күскенселәр нигеҙ һала. М.П.Криворотов ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов