ХИМИКТАР МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ, Өфөлә урынлашҡан. 1975 й. Өфө химия з-дының Х.м.һ. булараҡ асыла, 1993 й. алып “Уфахимпром” ААЙ-ның мәҙәни-спорт комплексы һәм 1996 й. — Х.м.һ.,2003 й.башлап “Соцсервис” ЯСЙ-ның, 2007 й. – Өфө ҡ. Хакимиәтенең,2008 й.—“Уфанеф­техим” ААЙ-ның, 2009 й. –“Башнефть” АНК ААЙ-ндағы “Соцкультсервис” хужалыҡ мөлкәт комплексының Х.м.һ., 2013 й. алып Ҡала мәҙәни-ял үҙәге. 1075 урынлыҡ тамаша залы һәм 240 урынлыҡ конференц-залы, мәҙәни-эш үҙәге, хор, драма кластары, хореография, спорт һәм тренажёр залдары, кафеһы һәм буфеты бар. Үҙәктә 16 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы эшләй: “Ирекле стиль” (“Свободный стиль”) халыҡ йәштәр вокаль ансамбле (1978, 1985 й. башлап “өлгөлө”, 2004 й. — “халыҡ” исемен йөрөтә; етәкселәре А.Н.Щербинина, В.Р.Хәбиров),“Кобзарь” халыҡ украин йырҙары хоры (1991, 1996 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — БР-ҙың һәм Украинаның атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре Л.Б.Бабушкина), “Калинка” халыҡ спорт бал бейеүҙәре ансамбле, “Инйәр” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (2001, 2004 й. башлап “өлгөлө”; етәкселәре — БР-ҙың атҡ. артистары А.Ф. һәм А.Р. Нуримановтар), “Олимп” балалар эстрада-спорт студияһы (1980, 1986. й. алып “өлгөлө”; етәксеһе Г.З.Миңлеғәлина) һ.б. Аҙна һайын үҙәктә “Бер сынаяҡ сәй артында” (оло йәштәге кешеләр өсөн), “Йәшлек ритмдары” (урта йәштәгеләр өсөн) ял кисәләре һәм “Аулаҡ” милли кисәләре, айына 1 тапҡыр шиғриәт һөйөүселәрҙең осрашыуҙары үткәрелә. Балалар һәм йәштәр өсөн байрамдар, театрлаштырылған тамашалар, дискотекалар, концерттар, конкурстар һәм фестивалдәр ойошторола.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов