ЯҢЫ ҠАҘАНСЫ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡышлауйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 53 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Көтмәҫ й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 477 кеше; 1920 – 655; 1939 – 553; 1959 – 581; 1989 – 430; 2002 – 401; 2010 – 443 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1850 й. Бөрө өйәҙе Ҡара‑Танып улусы Ҡаҙансы а. (хәҙ. Иҫке Ҡаҙансы а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Көтмәҫбаш исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 30 йортта 207 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов