ХИМИОТЕРАПИЯ (химия һәм терапия), яман шеш күҙәнәктәренең йәшәүгә һәләтлеген туҡтата торған шешкә ҡаршы химиотерапевтик саралар ярҙамында дауалау. Моно-(бер препарат м-н дауалау) һәм полихимиотерапия (бер үк ваҡытта йәки эҙмә-эҙлекле бер нисә препарат м-н дауалау); адъювант (беренсел шеште хирургик йәки нур терапияһы м-н дауалауҙан һуң) һәм адъювант булмаған (операцияға йәки нур терапияһына тиклем дауалау) һ.б. төрҙәргә бүленә. Беренсел таралыш алған яман шеште дауалағанда һәм дауалауҙың локаль ысулдарынан һуң ауырыу ҡабатланғанда ҡулланыла. Ҡаршы дәлилдәр: шеш туҡымалары күп урынға таралған ауырыуҙың терминаль хәле, йәшәү өсөн мөһим ағзаларҙың функциялары боҙолоу. 20 б. 90-сы йй. аҙ. алып Медицина университетында һәм Онкология диспансерында бауырҙың беренсел һәм метастатик шештәре булғанда регионар Х. һөҙөмтәлелеге өйрәнелә (Ш.Х.Ганцев); эре күҙәнәкле үпкә рагы (Р.Ғ.Баҙыҡов), яман лимфома (О.Н.Липатов), һөт биҙҙәренең метастатик һәм урында таралған рагы (М.Ғ.Ғәлиев), колоректаль рак (Р.Т.Әйүпов) м-н ауырығандарҙы дауалауҙың химиотерапевтик ысулдары эшләнә һәм камиллаштырыла, Х. һуң өҙлөгөүҙәрҙе прогнозлау, иҫкәртеү һәм коррекциялау ысулдары эшләнә (Д.Д.Саҡаева).

Д.Д.Сакаева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина