ЯҢЫ ҠАЛМАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Бәшир а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 672 кеше; 1920 – 815; 1939 – 766; 1959 – 539; 1989 – 229; 2002 – 168; 2010 – 143 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы Ҡалмаш а. (хәҙ. Иҫке Ҡалмаш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1709 й. алып билдәле. 1795 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән); 1800 й. ш. уҡ шарттарҙа хеҙмәтле татарҙар (улар һуңынан дәүләт крәҫтиәндәре ҡатламына күскән) килеп ултырған. 1795 й. 19 йортта 106 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 245 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. Й.Ә.Моратов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов