ХИМИЯ, матдәләрҙең төҙөлөшөн һәм уларҙың составы һәм (йәки) төҙөлөшө үҙгәреү м-н бергә барған әүерелештәрен өйрәнгән фән. Агрохимия, математик химия, физик химия, химия физикаһы, биохимия, биоорганик химия, геохимия, биогеохимия һ.б. башҡа фәндәрҙе барлыҡҡа килтергән башҡа сиктәш фәндәр м-н тығыҙ бәйле. Төп бүлектәре: органик булмаған химия, органик химия, уларҙың сигендә барлыҡҡа килгән элементорганик берләшмәләр Х.; ш. уҡ аналитик химия, квант химияһы, коллоидтар химияһы,кристалдар химияһы,лазер,ядро, крио-, плазма-, соно-, термохимия, радиация химияһы, радиохимия, стереохимия, атом төҙөлөшө, электролитик диссоциация теориялары, эретмәләр, катализ тәғлимәте, физик‑химик анализ, фотохимия, химик кинетика, химик термодинамика, химик экология, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы, юғары баҫым, комплекслы берләшмәләр химияһы, электрохимия. Ғәмәли бүлектәре: химик технология, металлургия, медицина, суд, магнето-, гидрохимия, метеориттар, вулканик ер тоҡомдары, Ай грунты, атмосфера, ҡаты есемдәр Х.; нейрохимик тикшеренеүҙәр нигеҙендә – молекуляр психобиология, психофармакология. Химик тик­шеренеүҙәрҙең объекты булып химик элементтар һәм уларҙың комбинациялары, йәғни атомдар, ябай һәм ҡатмарлы химик берләшмәләр (мәҫ., ион-радикалдар, карбендар, ирекле радикалдар), уларҙың берекмәләре (ассоциаттар, кластерҙар, сольваттар һ.б.), материалдар һ.б., матдә ойош­торолоуының структур кимәлдәре: атомар, молекуляр һәм юғары молекуляр берләшмәләр (полимер), молекуляр-ара (комплекс, клатрат, катенан), күп төрлө макроструктуралар (кристалл, мицелла), билдәһеҙ стехиометрик булмаған ҡатламдар тора. Сылбырлы реакциялар өлкәһендәге тикшеренеүҙәр айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Матдәләрҙең составын һәм төҙөлөшөн билдәләү өсөн физик анализ ысулдары ҡулланыла. Теоретик һәм эксперименталь Х. квант-химик хисаплауҙарҙы башҡарыу, кинетик законлыҡтарҙы асыҡлау, спектроскопик мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү, ҡатмарлы молекулаларҙың структураһын һәм үҙсәнлектәрен иҫәпләү өсөн хисаплау техникаһы; физик-химик анализ, хроматография, люминесцент анализ, тамғалы атомдар ысулы (ҡара: Индикатор), рентген структуралы анализ, масс‑спектрометрия, электроно-һәм полярография, молекуляр, гамма-резонанс, эмиссия һәм абсорбция рентген спектроскопиялары, ядро‑магнит резонансы, электрон‑парамагнит резонансы, ядроларҙың химик полярлашыуы, импульслы фотолиз һәм радиолиз, квадруполь ядро резонансы, оптик ысулдар (спектрополяриметрия, әйләнмәле дихроизм, оптик әйләнеү дисперсияһы) файҙаланыла. Химик сеймал сығанаҡтары киңәйтелә, халыҡ хужалығы химиялаштырыла (ҡара: Химия сәнәғәте). Х. өлкәһендә фәнни эштәр ФА-ның ин-ттары, тармаҡ ин-ттары, ун-ттар, техник вуздар, сәнәғәт берекмәләре, фирмалар лаб. алып барыла, уларҙың эшмәкәрлеген координациялау өсөн Халыҡ-ара теоретик һәм ғәмәли химия союзы – ИЮПАК, РФ-та – Д.И.Менделеев ис. Бөтә Рәсәй химиктар йәмғиәте эшләй. Башҡортостанда химия фәненең үҫеше 1932 й. Өфө Физика институты эргәһендә ғилми-тикшеренеү лаб. ойошторолоуға бәйле, унда инсектицидтарҙы һәм фунгицидтарҙы анализлауҙың ябай ысулдары табыла, түбә һәүерташтарына анализ үткәрелә, моллюскыларҙың химик составы тикшерелә. Көкөртлө нефттәрҙе сығарыу һәм эшкәртеү проблемаларын хәл итеү өсөн Үҙәк ғилми-тикшеренеү лаб. (ҡара: Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институты), нефттең көкөрторганик берләшмәләре составын өйрәнеү өсөн – СССР ФА БФ Химия бүлеге (ҡара: Органик химия институты) асыла. 50-се йй. Башҡ-н нефть эшкәртеү ҒТИ-нда көкөртлө нефттәрҙе рациональ эшкәртеү проблемаһы б-са тикшеренеүҙәр үҫеш ала. 60-сы йй. аҙ. органик синтез һәм нефтехимия синтезы, металл комплекслы катализ, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы өлкәһендә эштәр башлана.БДУ-ла гетероорганик берләшмәләрҙе синтезлау, шыйыҡ фазалы һәм өслө һыу-тоҙло системаларҙы физик-химик анализлау, хлорлы полимерҙарҙың деструкцияһы һәм стабилләшеүе б-са; БДАУ-ҙа – а.х. химиялаштырыу; БДМУ-ла – биохимия, синтетик дарыу берләшмәләре химияһы; ӨДАТУ-ла – электрохимия; ӨДНТУ-ла – углеводородтарҙың, ароматик к-талар тоҙҙарының гетероген-каталитик әүерелеүҙәре; Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда – нефтехимия сеймалын каталитик эш­кәртеү өлкәһендә эштәр үткәрелә. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ-ның Өфө филиалы (ҡара: Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты) ойошторола, унда хлорорганик берләшмәләр,гербицидтар,инсектицидтар етештереү проблемалары хәл ителә. Аҙ ҡалдыҡлы һәм ҡалдыҡһыҙ технологиялар эшләнә. 80-се йй. нескә органик һәм каталитик синтез, биоорганик химия, нефть химияһы, мономерҙар, полимер һәм композицион материалдар, тәбиғи берләшмәләр химияһы һ.б. өлкәһендә төп фәнни йүнәлештәр һәм мәктәптәр барлыҡҡа килә. Ғилми-тикшеренеү учреждениеларының, вуздарҙың (ҡара: Химия һәм химик технология белеме биреү), пр-тиеларҙың эшмәкәрлеген координациялау өсөн Д.И.Менделеев ис. Химиктар союзы ойошторола. 1994 й. алып “Башкирский химический журнал” (“Башҡортостан химия журналы”), 1998 й. – “Башкирский экологический вестник” (“Башҡортостан экология хәбәрҙәре”), 2004 й. – “История науки и техники” (“Фән һәм техника тарихы”) ж. нәшер ителә.

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов