ХИМИЯ РЕАКТОРҘАРЫ, химик реакциялар башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән сәнәғәт аппараттары. Гидродинамик үҙенсәлектәре б-са идеаль ҡатыштырыусы, ҡыҫырыҡлаусы, диф­фузиялы, ячейкалы, ҡатнаш Х.р.; энергетик үҙенсәлектәре б-са – адиабатик, изотермик һәм политроп; технологик үҙенсәлектәре б-са – бер фазалы һәм күп фазалы реакциялар үткәреү өсөн; процестарҙы ойоштороу ысулы б-са–периодик, ярымпериодик һәм өҙлөкһөҙ эшләүселәргә; конструк­цияһының тибы б-са – һыйышлы, колонналы, йылылыҡ алмаштырғыс тибындағы, реакция мейестәре һ.б. төрҙәргә айырыла. Х.р. химия, нефтехимия, аҙыҡ-түлек һ.б. сәнәғәт тармаҡтарында ҡулланыла. Башҡ-нда 20 б. 50-се йй. алып Башҡ-н нефть эшкәртеү ҒТИ-нда нефть эшкәртеү, нефтехимия сәнәғәттәре пр-тиелары өсөн (Өфө нефть эшкәртеү заводы,“Уфахимпром”, “Газпром нефтехим Салават”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Каустик”, “Уфанефте­хим”, “Уфаоргсинтез”, “Каучук”) Х.р. һәм төрлө технологик ҡорамалдар эшләү б-са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә. 60-сы йй. башлап “Салаватнефтемаш”, “Уралтехнострой-Туймазы­химмаш”, “Нефтехиммаш” пр-тиелары колонналы аппараттар, йылылыҡ алмаштырғыстар һ.б. сығара. 80-се йй. ӨНИ-лә (Р.Х. Мөхөтдинов, Н.А.Самойлов) һалҡын вентиляция газдарын таҙартыу өсөн инфраҡыҙыл нурланышты файҙаланған оптик-каталитик реакторҙар, пластинкалы реакторҙарҙағы сығарылған эҫе газдарҙы ағыулы ҡушылмаларҙан ҙур тиҙлектә каталитик юл м-н таҙартыу ҡоролмалары эшләнә, улар “Гидравлика” ФДУП-ында, “Уфимкабель” ААЙ-нда һ.б. индерелә. 90-сы йй. “Авангард” ФДУП-ында кислоталы газ ташландыҡтарын таҙартыу өсөн Х.р. (Ф.М.Ғәзизов һ.б. ҡатнашлығында уйлап табылған) урынлаштырыла. Шулай уҡ ҡара: Нефтехимия аппараттары төҙөү.

Н.А.Самойлов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов