ХИМИЯ ҺӘМ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ, химия, нефтехимия, нефть һәм газ сәнәғәттәре өсөн технологик ҡорамалдар һәм аппаратура етештереү б-са машиналар эшләү тармағы. Башҡортостанда 1941 й. Благовещен ҡ. Туапсе механика з-ды (ҡара: Благовещен арматура заводы), Ишембай ҡ. – И.В.Сталин ис. механика з-ды (ҡара: Ишембай машиналар эшләү заводы), Стәрлетамаҡ ҡ. “Красный пролетарий” з-ды эвакуацияланғандан һуң үҫеш ала. 1964 й. Октябрьский трактор ремонтлау з-ды (ҡара: “Нефтемаш”), 1979 й. – Нефтекама быраулау инструменттары з-ды (ҡара: Нефтекама нефть һәм газ машиналары эшләү заводы), 1986 й. Октябрьский нефть һәм газ ҡорамалдары з-ды (ҡара: Октябрьский нефть һәм газ машиналары эшләү заводы) асыла. 2004 й. тармаҡта 51 пр-тие һәм производство, ш. иҫ. “Гидромаш”, “Интеграл”, Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, “Уралтехнострой корпорацияһы”, Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, “Нефтехиммаш”, “ОЗНА”, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, “Салаватнефтемаш”, “Уралтехнострой‑Туймазыхиммаш” ААЙ-лары була. Тармаҡ өлөшөнә БР машиналар эшләү производство күләменең 15,7%-ы тура килә (2004). Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла. Продукция етештереү динамикаһын табл. ҡарағыҙ. Шулай уҡ ҡара: Приборҙар эшләү.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов