ХИСАЕВА Дилара Әхәт ҡыҙы (3.10. 1946, БАССР-ҙың Саҡмағош р-ны Саҡмағош а.), физик-химик. Химия ф. д-ры (2001). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002). БДУ-ны тамамлаған (1971). 1968 й. башлап Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда эшләй. 1978 й. алып Башҡ-н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин-тында: 1986 й. башлап өлкән ғилми, 1988 й. — төп ғилми хеҙм-р, 1990 й. – ғилми секретарь, бер үк ваҡытта бүлек мөдире. 2003—16 йй. “Геофизика” ғилми­производство фирмаһында: уҡытыу-ғилми үҙәктә бүлек мөдире, 2005—15 йй. директор. Фәнни хеҙмәттәре лантанид нитраттары м-н амин нитраттарының һыу эретмәләрендә тәьҫирләшеүен, ерҙә һирәк элементтарҙағы нитратлы комплекстарҙың бактерицид үҙенсәлектәрен тикшереүгә арналған. Х. тарафынан нефть промыслаһы ағынты һыуҙарын таҙартыу ысулдары; карбамид ыҫмалалары, лигносульфонаттар, сәнәғәт ҡалдыҡтары нигеҙендә полимер тампонаж составтарының рецептуралары уйлап табыла; нефть ҡатламдарына һыу ебәреү һәм уларҙы изоляциялау сиктәрен көйләү өсөн алюмосиликаттарҙың кислоталарҙағы эретмәләре һәм нефтенол нигеҙендә гель барлыҡҡа килтереүсе составтар тәҡдим ителә. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, 40 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Растворимость нитратов лантаноидов в водных растворах аминов. М., 1989.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов