ЯҢЫ ҠОРОС, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 101 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 456 кеше; 1939 — 598; 1959 — 363; 1989 — 179; 2002 — 112; 2010 — 72 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1914 й. һәм 1920 й. араһында Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Ҡорос а. (хәҙ. Иҫке Ҡорос а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. И.Ш.Сәйетов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов