ХИСАМЕТДИНОВ Наил Исмәғзәм улы (7.2.1940, БАССР-ҙың Асҡын р-ны Асҡын а.), тау инженеры. Техник ф. д-ры (1990), проф. (2005). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1963) “Татнефть” ПБ-нда эшләй: “Альметьевнефть” нефть промыслаһы идаралығында оператор, мастер, участка нач., 1968 й. алып “Елховнефть” НГДУ-һының (Әлмәт ҡ.) үҙәк ғилми-тикшеренеү лаб. баш инженер, 1970 й. — ғилми-тикшеренеү секторында техник етәксе, 1972 й. — бүлек нач., 1976— 84 йй. (өҙөклөк м-н) “Бавлынефть” НГДУ-һында баш инженер, идаралыҡ начальнигы. 1978— 81 йй. “Союзнефтепромхим” ҒПБ-нда (Әлмәт) нач., 1984 й. башлап Татарстан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин-тының Удмурт комплексы бүлеге (Ижевск) мөдире. 1986 й. алып (өҙөклөк м-н) Өфөлә: “Союзнефтеотдача” ҒПБ-нда бүлек нач., 1991—94 йй. “Юганскнефтегаз” АЙ-ның “Нефтегазтехнология” индереү ғилми-тикшеренеү инженерлыҡ үҙәге, 1996 й. башлап “Нефтегазтехнология” ҒПБ дир. (2015 й. — дир. урынбаҫары). 1994—95 йй. “ЮКОС” Нефть компанияһында (Мәскәү) фән һәм техника департаменты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә һәм файҙаланыуға, нефть ҡатламдарына һыу ебәреү һәм ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу проблемаларына арналған. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 112 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Горизонты бурения. М., 1978; Проблемы разработки водонефтяных и частично заводнённых зон нефтяных месторождений. М. 2007 (авторҙ.); Проблемы сохранения продуктивности скважин и нефтенасыщенных коллекторов в заключительной стадии разработки. СПб., 2007 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев