ЯҢЫ ҠЫПСАҠ, С у л п а н, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыпсаҡ‑Асҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Кесе Йөҙболан й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 135 кеше; 1959 — 129; 1989 — 150; 2002 — 196; 2010 — 148 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1925 й. һуң Бәләбәй кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Ҡыпсаҡ‑Асҡар а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов