ХИСАМИТДИНОВА Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы (1.1.1950, БР-ҙың Әбйәлил р-ны Рәхмәт а.), тел белгесе. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2016), филол. ф. д-ры (1993), проф. (1994). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (2003) атҡ. фән эшмәкәре. БДПИ-ны тамамлағандан һуң (1974) Белорет һәм Ауырғазы р-ндары мәктәптәрендә уҡыта. 1978—87 йй. һәм 1998 й. алып ТТӘИ-лә эшләй: 1982 й. башлап өлкән ғилми хеҙм-р, 1998 й. — дир. урынбаҫары, 2005 й. — дир., 2016 й. — ғилми етәксе. 1987—95 йй. БДПИ-ла: башҡорт теле каф. мөдире, 1992 й. алып башҡорт филологияһы ф-ты деканы; 1995—98 й. БР-ҙың мәғариф министры. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт теленең тарихына, фонетикаһына, лексикологияһына, ономастикаһына, этнолингвистикаһына арналған. Антропонимика, топонимика, терминология б-са һүҙлектәр төҙөүсе. Күп кенә хеҙмәттәре башҡорт мифологияһына, дауалау һәм һаҡлау магияһына арналған: “Башҡорт мифологияһы” (2002), “Башҡорт теленең мифологик һүҙлеге” (“Мифологический словарь башкирского языка”; 2010), “Башҡорт мифологияһы һүҙлеге” (“Словарь башкирской мифологии”; 2011) һүҙлектәре, “Утҡа әйтәм” китабы (1997; Й.Торма м-н берлектә, венгр телендә) һ.б. “Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы” (“Культурное наследие народов России”) серияһында сыҡҡан “Башҡорттар” (“Башкиры”; 2003; З.Ғ.Ураҡсин м-н берлектә) баҫмаһын төҙөүселәрҙең береһе, “Рәсәйҙең төп халыҡтары. Башҡорттар” (“Коренные народы России. Баш­киры”; 2007; Р.З.Йәнғужин м-н берлектә) китабының авторҙашы. 7 томлы “Башҡорт халҡының тарихы”(“История башкирского народа”;2009—2012) коллектив монографияһы, 8 томлы “Башҡорт халҡының тарихы буйынса документтар һәм материалдар” (“Документы и материалы по истории башкирского народа”; 1—7-се томдар, 2009—2012), “Башҡорт халҡының тарихы буйынса материалдар” (“Материалы по истории башкирского народа”; 2012—2014), “Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектындағы тартынҡыларҙың артикулятор көйләнеше атласы” (“Атлас артикуляторных настроек согласных северо-западного диалекта башкирского языка”; 2014), 10 том­лы “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” (“Академический словарь башкирского языка”; 2011— 2018) хеҙмәттәре авторҙарының һәм мөхәррирҙәренең береһе. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, башҡорт теле б-са дәреслектәр авторы. “Бер ауылдың тарихы” телевизион программаһының алып барыусыһы һәм ғилми консультанты (2009—10). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты. Ҡатын‑ҡыҙҙар союзы (1996— 98), Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары йәмғиәте (1997—2003), БР Хөкүмәте ҡарамағындағы БР Дәүләт телдәре советы (2003 й. алып) рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе урынбаҫары (2015 й. алып). К.Әхмәтйәнов ис. (2010), Р.Ғарипов ис. (2016) пр. лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м-н бүләкләнгән (2014).

Хеҙм.: История башкирского языка: материалы по истор. фонетике. Уфа, 1989; Названия башкирских населённых пунктов XVI—XIX вв. Уфа, 2005; Мифологическая лексика башкирского языка (в этнолингвистическом освещении). Уфа, 2016.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов