ХИСАМОВА Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы (1.10.1948, БАССР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Ялсыҡай а.), шағирә. РФ-тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм-ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). З.С.Ҡотлогилдинаның апаһы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1972) “Совет Башҡортостаны” гәз. хеҙм-ре; 1973 й. алып Ҡыйғы р-нының 2-се Үрге Ҡыйғы урта мәктәбе уҡытыусыһы; 1975 й. башлап 2-се мәктәп-интернат (Күмертау ҡ.), 1983 й. — 8-се балалар йорто (Өфө) хеҙм-ре, 1985— 2009 йй. 28-се Өфө махсус (коррекция) мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе. “Сейәлек йыры” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1992 й. сыға. Х. шиғриәтенең төп темалары — мөхәббәт, кешелеклелек, әхлаҡи сафлыҡ һәм намыҫ. “Тынлыҡтарҙа ҡалам” (1998), “Әсәйем нәҙере” (2008) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн яҙылған “Һары мәтрүшкә” (1993) шиғырҙар йыйынтығы һ.б. авторы. Х. шиғырҙарына комп. Р.Р. Йыһанов, А.М.Ҡобағошов, С.Ә.Низаметдинов һ.б. йырҙар ижад иткән.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов