ЯҢЫ МОШТО, Краснокама р‑нындағы ауыл, Шушнур а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 46 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1153 кеше; 1939 — 575; 1959 — 467; 1989 — 288; 2002 — 287; 2010 — 272 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1908 й., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1902 й. Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Мошто а. (хәҙ. Иҫке Мошто а.) башҡорттары нигеҙ һала. Ҡ.К.Фәттәхов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов