ХИСАМОВА Рәмзиә Ислам ҡыҙы (18.8.1947, БАССР-ҙың Дыуан р-ны Иҫке Хәлил а.), актриса. БАССР-ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1980) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч-щеһын (1966; И.Х.Йомағолов курсы), ӨДСИ-не (1999; Ф.Ҡ.Ҡасимова, А.К.Лощенков курсы) тамамлаған. 1966 й. алып (өҙөклөк м-н) БАДТ-ла эшләй. 1971 — 75 йй. Ғ.Камал ис. Татар театры (Ҡазан) актрисаһы.

Нәркәс (И.Х.Йомағоловтың ш. уҡ исемле пьесаһы) ролендәге дебюты Х. героик-романтик пландағы актриса һәм был ролде иң яҡшы башҡарыусыларҙың береһе булараҡ билдәләй. Зөбәржәт һәм Тәңкәбикә (“Ай тотолған төндә”), Агазия (“Ташлама утты, Прометей!”; икеһе лә — М.Кәрим), Хәҙисә (“Ҡыҙыл паша”, Н.Асанбаев), Һәҙиә (Ғ.Ғ.Шафиҡовтың ш. уҡ исемле әҫәре) һ.б. ролдәренә сағыу темперамент, күтәренке рух, драматизм көсөргәнешлеге хас. Юлбикә (“Башҡорт туйы”), Әнисә (“Гармунсы дуҫ”, Н.Нәжми), Саша (“Ивановтың фажиғәһе” – “Иванов”, А.П.Чехов) образдары нәфислек, эскерһеҙлек һәм рухи нәзәкәтлелек м-н айырылып тора. Ғ. Камал ис. Татар театры сәхнәһендә Дадуна [Н.В.Думбадзеның “Әсәй, борсолма!” (“Не беспокойся, мама!”) романы б-са ш. уҡ исемле спектакль], Сәсәк (“Ҡол Ғәли”, Н.Фәттәх), Артыҡбикә [М.Әмирҙең “Ағиҙел” повесы б-са ш. уҡ исемле спектакль) һ.б. ролдәр башҡара. Кино-һәм телефильмдарҙағы ролдәре: Зөлхизә (“Халҡым һағышы”, “Баштелефильм”, 1969), Аҫылбикә (“Кинйә”, “Баштелефильм”, 1988). Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында М.Т.Әбүзәровтың “Ыҙан” (1996), Башҡорт драма театрында И.Х.Йомағоловтың “Сәсәндәр” (А.И.Йомағолов м-н берлектә, 2005) спектаклдәрен ҡуя. Бөтә Рәсәй драма спектаклдәре смотры дипломанты (Мәскәү, 1967). Шиғри әҫәрҙәр авторы.

Р.Х.Ильясова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова