ХИСМӘТУЛЛИН Ғарифйән Рәхимйән улы (9.8.1932, БАССР-ҙың Ауырғазы р-ны Түб. Бәгәнәш а. — 15.11. 2004, БР-ҙың Стәрлетамаҡ р-ны Первомайский а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1948—92 йй. Стәрлетамаҡ р-нының “Первомайский” с-зында эшләй (1950 — 51 йй. һәм 1954 й. алып механизатор). Юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы — 22,1 ц/га, игендең төшөмө — 3505,1 т; уртаса ер һөрөү 1428 га тәшкил иткән (1966—70). БАССР ЮС-ының 8-се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1971).

Әҙәб.: А г а ф о н о в М. Человек и земля //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев