ХИСМӘТУЛЛИН Рәшит Сәғит улы (7.12.1944, Приморье крайы Себучар станцияһы а.), юрист. Юридикф.д-ры (2002). БР-ҙың атҡ. юрисы (2000). Свердловск юридик ин-тын тамамлаған(1972). 1971 й. алып Стәрлетамаҡ район халыҡ суды судьяһы, 1975 й. – рәйесе. 1980 й. башлап БАССР Юғары суды судьяһы, 1985 й. алып (өҙөклөк м-н) БДУ-ның Хоҡуҡ ин-тында эшләй (1998— 2014 йй. криминология һәм суд экспертизаһы каф. мөдире). 1993—96 йй. БР юстиция министры. Фәнни тикшеренеүҙәре суд эшмәкәрлеге, криминология, үҫмерҙәр психологияһы проблемаларына арналған. 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. БР Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре комиссияһы рәйесе (1995—97). БР Үҙәк һайлау комиссияһында РФ Президенты вәкиле (2000— 04). РФ Дәүләт думаһының 2-се саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Проблемы надзорного производства по делам несовершеннолетних. Уфа, 2004 (авторҙ.).

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов