“ЯҢЫ РАЕВКА” тоҡомсолоҡ заводы, лимузин тоҡомоноң саф һәм ҡатнаш тоҡомло малын үрсетеү пр‑тиеһы. Үҙәк усадьбаһы — Әлшәй р‑ны Раевка ауылы. 1962 й. “Заготскот” берекмәһенең Дәүләкән, Миәкә һәм Әлшәй конторалары базаһында “Я.Р.” һимертеү с‑зы булараҡ ойошторола, 1977 й. алып “Я.Р.” с‑зы, 1994 й. — ДУАХП, 2000 й. — «“Яңы Раевка” тоҡомсолоҡ заводы» ФДУП, 2002 й. — “Салауат” ААЙ (2004 й. башлап ЯСЙ), 2006 й. — «“КАИП” агросәнәғәт фирмаһы» ЯСЙ, 2008 й. ябыла. Составына 2 үҫемлекселек бригадаһы, 2 һөтсөлөк фермаһы, умарталыҡ һ.б. ингән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова