ЯҢЫ ТАҘЛАР, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 13 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Әжәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 931 кеше; 1920 — 1064; 1939 — 716; 1959 — 731; 1989 — 495; 2002 — 432; 2010 — 405 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Таҙлар улусы Таҙлар а. (хәҙ. Иҫке Таҙлар а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1748 й. алып билдәле. 18 б. уртаһында керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултырған, тип фараз ителә. 1795 й. 29 йортта 182 кеше йәшәгән, 1865 й. 127 йортта — 710 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мөгәзәй, сауҙа кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов