ЯҢЫ УРАЗАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Арлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Нефтекама т. юл ст. К. табан 17 км алыҫлыҡта Полуденка й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 576 кеше; 1959 — 384; 1989 — 202; 2002 — 170; 2010 — 184 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Арлан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1922 й. Бөрө кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Уразай а. (хәҙ. Иҫке Уразай а.), башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ТАССР‑ҙың Минзәлә кантонындағы (хәҙ. ТР‑ҙың Аҡ­таныш р‑ны) ш. уҡ исемле ауыл кешеләре нигеҙ һала. 1925 й. 25 йорт теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов