ХИТАП (ғәр.), халыҡҡа йәки айырым соц. төркөмгә йүнәлтелгән, тормош күренештәренә ижт. һәм әхлаҡи баһа биргән әҙәби жанр, шиғри монолог-мөрәжәғәт. Х. формалашыуына йырау һәм сәсәндәрҙең ижади традициялары йоғонто яһаған. Х. төп үҙенсәлеге – дидактик йүнәлешле бу­лыуы. Йөкмәткеһе һәм функцияһы б-са ҡобайырға яҡын. Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙың үҫеше халыҡ тормошоноң һынылышлы моменттары: йәмғиәт формацияларының алмашыныуы, яңы идеологияларҙың формалашыуы һ.б. м-н бәйле, был осорҙа халыҡтың гражданлыҡ намы­ҫына ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү зарурлығы арта. 18–19 бб. шағирҙары Ә.Ҡарғалы, Ш.Зәки, Аҡмулла, Һ.С.Сәлихов, Салауат Юлаевтың Х. феодализмға ҡаршы кәйеф, йәмғиәттәге яуызлыҡ һәм кешеләрҙең етешһеҙлектәре м-н көрәш идеялары, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендәге прогрессив үҙгәртеп ҡороуҙар сағыла. 20б.башында Ш.Бабич, Х.Ғ.Ғәбитов, Ш.Әминев‑Тамъяни һ.б. үҙҙәренең Х. милли берҙәмлек, ҡатын-ҡыҙҙар эмансипацияһы, әхлаҡлылыҡ, уҡымышлылыҡ идеяларын тарата. Ғ.Хоҙаяров, М.Татлыбаев, С.С.Яҡшығолов тарафынан башҡорт ерҙәрен вәхшиҙәрсә талауға һәм һатыуға протест белдергән Х. ижад ителә. Революция (1917), Беренсе донъя һуғышы осоронда М.Ғафури, С.Ҡудаш, Б.Ғ.Мирзанов, Д.Юлтый һ.б. үҙ әҫәрҙәрендә халыҡ массаларын соц. һәм сәйәси әүҙемлеккә саҡыра. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда жанрға М.Кәрим, Р.Ниғмәти мөрәжәғәт итә. Хәҙ. шиғриәттә Х.жанры Ҡ.Аралбай, Р.Т.Бикбаев, Т.Ғәниева, А.Игебаев, Ф.Һ.Туғыҙбаева ижадында осрай.

Ғ.С.Ҡунафин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов