ЯҢЫ УҪМАН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Балышлы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 283 кеше; 1920 — 292; 1939 — 357; 1959 — 107; 1989 — 175; 2002 — 169; 2010 — 190 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. 70‑се йй. Өфө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Уҫман а. (хәҙ. Благовар р‑ны Иҫке Уҫман а.) кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Моталип исеме м‑н билдәле бул­ған. 1896 й. 45 йортта 205 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Бакалея кибете булған. Й.М.Мостафин, Ә.Х.Мәхмүтов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов