ХИУА ПОХОДЫ (1839—40), Рәсәйҙең Урта Азияла дәүләт һәм иҡт. мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында рус ғәскәрҙәренең Хиуа ханлығына ҡаршы хәрби хәрәкәттәре. Ырымбур айырым корпусы көстәре тарафынан алып барыла. 1839 й. 14—17 нояб. Ырымбурҙан Хиуаға табан ген.-адъютант В.А. Перовский етәкс. составына 1-се (2 рота), 2-се, 4—5-се Ырымбур сик буйы батальондары, Урал казак ғәскәренең 4—5-се полктары, Башҡорт‑мишәр ғәскәренең 3 сотняһы, Ырымбур казак ғәскәренең 1-се полк дивизионы, 14—15-се атлы артиллерия батареялары (бөтәһе 5221 кеше, 22 ору­дие) ингән 4 колонна юлға сыға. Яҡынса 1839 й. йәйендә К.К.Гекке етәкс. отряд (400 йәйәүле, 2 сотня башҡорт, 4 пушка, 1200 башҡорт ылауы) тарафынан аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ һаҡлау өсөн Аҡбулаҡ (634 кеше; Сусҡакүл төбәге эргәһендә) һәм Эмба (399 кеше; Аты-Яҡшы й. Эмба й. ҡойған урынында) нығытмалары төҙөлә. 18 дек. Хиуа отрядының (3 меңгә яҡын кеше) Аҡбулаҡ нығытмаһына һөжүме кире ҡағыла. Рус ғәскәренең бөтә колонналары Илек й. уң ярында ҡушыла һәм 19 дек. Эмба нығытмаһына килә; поручик Ерофеевтың Эмба нығытмаһынан Аҡбулаҡ нығыт­маһына ауырыуҙарҙы эвакуациялау өсөн ебәрелгән отрядына хиуаларҙың һөжүме кире ҡағыла. 1840 й. ғин. рус ғәскәренең төп көстәре Аҡбулаҡ нығытмаһына килеп етә. Йөк ташыған хайуандарҙың ҡырылыуы, ғәскәрҙә таралған эпидемия походты дауам итеүҙе ауырлаштыра. Перовский ҡарары м-н ғәскәрҙең бер өлөшө Ырымбурға майҙа, ҡалғаны – июндә ҡайта. Рус ғәскәре яҡынса 1260 кешеһен юғалта. Хиуа походы һөҙөмтәһендә Хиуа ханы урыҫ әсирҙәрен Ырымбурға оҙата һәм солох т-да һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн С.-Петербургҡа илселәр ебәрә.

Әҙәб.: З а х а р ь е в И.Н. Граф В.А.Перовский и его зимний поход в Хиву. СПб., 1901; А с ф а н д и я р о в А.З. Кантонное управление в Башкирии (1798 — 1865 гг.). Уфа, 2005.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин