ХИХЛУХА Лев Васильевич (6.12. 1937, БАССР-ҙың Туймазы р-ны Туймазы эшселәр ҡсб, хәҙ. Туймазы ҡ.), архитектор. Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре акад. тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1994). РСФСР-ҙың (1989) һәм БР-ҙың (1994) атҡ. архитекторы, РФ-тың почётлы төҙөүсеһе (1998) һәм архитекторы (2002). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1964). Урал политехник ин-тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1962) Өфөлә эшләй: “Башкиргражданпроект” ин-ты оҫтаханаһының архитекторы, баш архитекторы, 1972 й. алып Өфөнөң баш архитекторы урынбаҫары, 1978 й. — БАССР МС эргәһендәге Төҙөлөш һәм архитектура эштәре б-са идаралыҡ нач., бер үк ваҡытта БАССР Төҙөлөш эштәре б-са дәүләт ком-ты рәйесе. 1987 й. башлап Мәскәүҙә: РФ Архитектура һәм төҙөлөш мәсьәләләре б-са дәүләт ком-тының Торлаҡ һәм гражданлыҡ төҙөлөшө идаралығы нач., 1991 й. алып РФ-тың архитектура, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары, 1993 й. — РФ Архитектура һәм төҙөлөш мәсьәләләре б-са дәүләт ком-ты рәйесе урынбаҫары, 1998 й. — “Велюкс Россия” ЯАЙ-ның баш архитекторы, 2003 й. — Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре акад. эргәһендәге ижади архитектура оҫтаханаһы етәксеһе.

Ишембай, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. планировка һәм төҙөлөш, ш. уҡ торлаҡ йорттар проекттары (1960—80 йй.), Рәсәй ҡалаларында торлаҡ йорттарҙы (1980 йй. алып), “Эре панелле йорттар төҙөү” Өфө тресының (1968) һәм “Башавтотранс” пр-тиеһының (1978), “Аҡбуҙат” иппод­ромының (1982), Стәрлетамаҡ ҡ. ҡала советының (1980 йй.) адм. биналарын һ.б. реконструкция­лау проекттары авторы һәм авторҙашы. “Башҡорт нефтен тәү башлап асыусыларға” (Ишембай, 1969; скульпторҙары Т.П. Нечаева, Б.Д.Фузеев), М.Ғафуриға (Өфө, 1978; скульпторы Л.Е.Кер­бель) һ.б. һәйкәлдәр төҙөүҙә архитектур хәл ителеш, ш. уҡ Рәсәйҙә торлаҡ төҙөлөшө проблема­ларына арналған 30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ-тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәү­ләт пр. (1999), БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1979) лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1987), Дуҫлыҡ (1994) орд. м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова