ХЛАМИДИОЗ, башлыса бәүел-енес системаһын зарарлаған урогениталь инфекцион ауырыу.

Тыуҙырыусылары — Chlamydia заты микроорганизмдары: C. trachomatis, C. pneumoniaе, C. рsittaci. Көнкүрештә тығыҙ аралашыу һәм енси бәйләнеш ваҡытында инфицирланған кешеләрҙән, яралғыға ҡарын эсендә йоға. Ауырыуҙың таралып китеүенә тәртипһеҙ енси бәйләнештәр, гиповитаминоз, иммунитеттың түбәнәйеүе булышлыҡ итә. Бәүел-енес йәки тын юлдарының лайлалы тиресәһенә эләгеп, хламидиялар эпителийға үтеп инә һәм ингән урында шешеү барлыҡҡа килә, артабан процесс лайлалы конъюнктиваның, тура эсәктең башҡа өлөштәренә тарала. Инкубация осоро 10—14 көн тәшкил итә. Х. төп симптомдары: ирҙәрҙә – бәүел юлының (уре­трит), ҡатын-ҡыҙҙарҙа – енси ағзаларҙың (эндометрит, сальпингоофорит һ.б.) хроник зарарланыуы; симптомһыҙ үтеүе мөмкин. Диагностика өсөн клиник, бактериоскопик һәм иммунологик тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: түлһеҙлек, йөклөлөк патологияһы, Рейтер ауырыуы. Иҫкәртеү: шәхси гигиена, енси бәйләнеш ваҡытында һаҡланыу сараларын файҙаланыу һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә Х. м-н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2005 й. – 122,0; 2007 – 104,9; 2009 – 126,5 кеше. Медицина университетында 20 б. 90-сы йй. аҙ. алып башлыса енси юл м-н тапшырылған ауырыуҙарҙы соц.-эпидемиологик тикшереү үткәрелә (М.М.Ғафаров, З.Р. Хисмәтуллина), Х. вирусҡа ҡаршы Реаферон-ЕС-Липинт препараты м-н берлектә бактерияға ҡаршы препараттар м-н дауалауҙың яңы ысулдары эшләнә (Ғафаров, В.А.Камал, С.Р.Ниғмәтуллина, Т.В.Хафизова), ауырыуҙарҙы комплекслы иҫкәртеү камиллаштырыла (Н.Р.Борханова, З.З.Солтанова, Х.С.Фәхретдинова, Хисмәтуллина, М.М.Хәйҙәров ).

М.М.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина