ЯҢЫ ШИШМӘ, Архангел р‑нындағы ауыл, Липовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Бирҙе й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 281 кеше; 1959 — 305; 1989 — 205; 2002 — 160; 2010 — 166 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Һарт‑Шишмә а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны) кешеләре Яңы Һарт‑Шишмә исеме м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 30 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов