ХЛОРИТ (гр. chlōros — йәшел), ҡатлаулы структуралы магний һәм тимерҙең һыулы метаалюмосиликаттарының минералдар төркөмө (Mg,Al,Fe)[(Si,Al)O](OH). Тәртипкә килтерелгән ҡатнаш ҡатлаулы ҡатламдарҙан тора: Х.-монтмориллонит, -вермикулит һ.б. Fe3+ миҡдары б-са окисланмаған (ортохлорит) һәм окисланған (лептохлорит) Х. айырыла; Si һәм Fe2++Fe3+ ярым төркөмдәргә бүленә: магнезиялы Х. (корундофиллит, шериданит, клинохлор, пеннин һ.б.), магнезия-тимерле (рипидолит, пикнохлорит, диабантин), тимерле (псевдотюрингит, дафнит, брунсвигит; тюрингит, шамозит, делессит), хромлы (кеммерерит, кочубеит һ.б.) Х. була. Кристалдары пластинкалы, псевдогексагональ формалы. Агрегаттары тәңкәле, сферолитлы, оолитлы, йәшерен кристаллы. Төҫө башлыса йәшел, һирәгерәк алһыу-ҡыҙыл, һоро-ҡара, сирень төҫөндә. Ялтырауығы быяланан мәрүәткә тиклем. Ҡатылығы 2—3, тығыҙлығы 2600—3300 кг/ м3, йәбешкәклеге камил. Магмалы тау тоҡомдарының гидротермаль үҙгәрешендә, йәшел һәүерташтарҙағы метаморфизмдың түбән дәрәжәһе шарттарында һ.б. барлыҡҡа килә. Тау тоҡомдарының ашалыу продукттарында, ш. иҫ. глинозёмға бай продукттарҙа бар. БР-ҙа Х. магмалы һәм вулкан-ултырма тоҡомдарының үҙгәреү продукты булараҡ Магнитогорск мегасинклинорийында таралған.

С.Г.Ковалёв

Тәрж. Э.М.Юлбарисов