ЯПРАҠ КЛАДОНИЯ (Cladonia foliacea), кладония һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Горизонталь (беренсел) талломы ҡуйы кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән 0,5— 2 см оҙонлоҡтағы һуҙынҡы бармаҡ кеүек теленмә тәңкәләрҙән ғибәрәт. Тәңкәләре һарғылт йәшел, аҫҡы яҡта тоноҡ һары, төбөндә ҡарараҡ төҫтә, урыны м‑н ситтәре буйлап ҡыҫҡа ҡара епкә оҡшаған үҫентеләр бар. Вертикаль (икенсел) талломы (һирәк осраҡта горизонталь талломдың ҡороған өлөштәрендә барлыҡҡа килә) тәпәш, бейеклеге 0,5—1,5 см, шыма йәки ваҡ төйөрсөклө ҡабыҡ ҡатламы м‑н ҡапланған ябай йәки буранка һымаҡ киң үҫентеләрҙән (подеций) тора. Ҡомло, эзбизгә бай тупраҡтарҙа; Күгәрсен (ҡара: Мораҙым тарлауығы), Хәйбулла (Таналыҡ й. уң яры, Таштуғай тауҙары төбәге) р‑ндарының ҡарағай урмандарында үҫә. Я.к. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына (2002) индерелгән.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова