ЯРАН 1) (Geranium), яран һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 350‑нән ашыу төрө билдәле, күбеһенсә Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 11 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк бер йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тарбаҡлы, төҙ, күтәрелеүсән, һирәк осраҡта түшәлеүсән, төклө, бейеклеге 10—100 см. Япраҡтары бармаҡ кеүек теленгән, бармаҡса айырсалы, һирәгерәк ҡыйғас, төклө. Сәскәләре ал, ҡыҙыл, аҡ төҫтә, ҡуйын сәскә һаптарында урынлашҡан. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше — ҡумта, өлгөргәндә (июль—окт.) уның ҡапҡастары дуға һымаҡ бөгөлә йәки спираль формаһын ала. Урман Я. респ. бөтә терр‑яһы буйлап урмандарҙа; реликт булған Роберт Я. — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һәм Башҡортостандың Урал алдындағы киң япраҡлы урмандарҙа; реликт булған ялған Я. — башлыса болонло далаларҙа; болон Я., ике япраҡлы Я. һәм ҡан‑ҡыҙыл Я. — болондарҙа һәм урман ситтәрендә; ҡалҡыулыҡ Я., һаҙ Я. — һаҙлыҡтарҙа, һыубаҫар болондарҙа; бәләкәй Я. һәм себер Я. — ташландыҡ ерҙәрҙә, торама пункттарҙа, юл буйҙарында; богемия Я. ҡый үләне булараҡ урман үртәндәрендә һәм ҡыр­ҡындыларында үҫә, һирәк осрай. Я. күпселек төрҙәре Башҡортостандың Урал алдында, һирәгерәк Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Декоратив үҫемлектәр, бәләкәй Я. һәм себер Я. — рудераль үҫемлектәр. Составында дуплау матдәләре, эфир майҙары, витаминдар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 2) Яран һымаҡтар ғаиләһенең пеларгония затына ҡараған декоратив үҫемлектәр ҡайһы берҙә Я. тип атала.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова