“ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТОРМОШ”, Н.Ғ.Сабитовтың пролог м‑н 3 шаршауҙан торған балеты. 1967 й. яҙылған. Премьераһы ш. уҡ йылда БДОБТ‑ла була (либретто авторы һәм дирижёры Сабитов, балетм. Л.Е. Бородулин, ҡуйыусы рәссамы М.Н. Арыҫланов). Төп партияларҙы М.А. Таһирова (Айһылыу), И.Х.Хәбиров (Айтуған), Р.А.Насиров (Саяп) башҡара.

Сюжет нигеҙендә ике драматургик йүнәлеш ята: героик — Бөйөк Ватан һуғышында еңеү һәм лирик — Айһылыу м‑н Айтуғандың мөхәббәте. Балет хореографияһы милли һәм заманса ирекле пластика элементтарын берләштерә. Балет музыкаһында башҡорт халыҡ көйҙәре, күбеһенсә рев‑цияға тиклемге ауыл фольклоры, ҡулланылған. Спектакль Бөтә Рәсәй муз. театрҙар конкурс‑смотрында диплом м‑н бүләкләнгән (Өфө, 1968); Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында БАССР мәҙәниәте көндәрендә күрһәтелгән.

Әҙәб.: А х м е т о в а Г.Х. Нариман Сабитов. Уфа, 1982.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова