ХОҘАЙБИРҘИН, Б е с ә н с е, Күгәрсен р-нындағы ауыл, Ялсы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 45 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.-Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Керәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 450 кеше; 1920—649;1939 — 558; 1959 — 501; 1989 —396; 2002 — 388; 2010 — 378 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, Хоҙайбирҙин Ш.Ә. музейы, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡара- Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бесәнсе (улус старшинаһы Бесәнсе Иманаев исеме м-н аталған) исеме м-н нигеҙ һала, 1755 й. алып билдәле. 1795 й. 18 йортта 108 кеше йәшәгән, 1866 й. 89 йортта — 376 кеше. Малс-ҡ, игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Шулай уҡ 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән. 20-се йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Б.С.Зөлҡәрнәев, М.Ҡотош‑Ҡыпсаҡи, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев