ХОҘАЙБИРҘИН Ш.Ә. ЙОРТ‑МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. Өфөлә урынлашҡан. 1998 й. ойошторола. 2000 й. экспозицияһы асыла. Музей фондында 620-нән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ш.Ә.Хоҙайбирҙиндың портреты (рәссамы Ғ.С.Мостафин), Т.Ш.Хоҙай­бирҙинаның һәм локаль һуғыштарҙа һәләк булғандарҙың шәхси әйберҙәре, Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаттары музейға бүләк иткән экспонаттар, бар. 3 залда урынлашҡан экспозиция дәүләт эшмәкәре һәм уның ҡыҙының тормошона, эшмәкәрлегенә, 9—16 бб. башҡорттарҙа дәү­ләтселектең һәм 20 б. 20—30-сы йй. Башҡортостанда милли-дәүләт ҡоролошоноң формалашыуы тарихына, ш. уҡ Афғанстандағы һәм Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арналған. Музей бинаһы 19 б. тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов