ХОҘАЙБИРҘИН Ш.Ә. МУЗЕЙЫ. Күгәрсен р-ны Хоҙайбирҙин а. урынлашҡан. 1977 й. мәктәп музейы нигеҙендә ойошторола, 1990—2006 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 2000-дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ш.Ә.Хоҙайбирҙиндың (өҫтәл, шкаф, креслолар, телефон аппараты, яҙыу өсөн ҡаралар йыйылмаһы, самауыр һ.б.) һәм Т.Ш.Хоҙайбирҙинаның фотографиялары, документаль материалдары, шәхси әйберҙәре; хәрби һәм хеҙмәт наградалары коллекцияһы, Хоҙайбирҙин а. шәжәрәһе, традицион йыһаз, башҡ. өйөнөң традицион интерьеры әйберҙәре, баш­ҡорт кейеме һ.б., бар. 2 залда урынлашҡан экспозиция Хоҙайбирҙиндың тормошона һәм эшмәкәрлегенә, районда тыуған кешеләрҙең хәрби һәм хеҙмәт данына, ауыл, район, республика тарихына һ.б. арналған. Музейҙа батырлыҡ дәрестәре, башҡорттарҙың мәҙәниәтенә, тарихына арналған саралар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары м-н осрашыуҙар үткәрелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов