ХОҘАЙБӘНДӘ, А ҡ ҡ о н д о ҙ, Ейәнсура р-нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 34 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. Т.-Көнс. табан 88 км алыҫлыҡта Ямашлы й. (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 283 кеше; 1920 — 270; 1939 — 336; 1959 — 159; 1989 — 94; 2002 —105; 2010 —112 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Сиреғол а. кешеләре үҙ ерҙәрендә Аҡҡондоҙ исеме м-н нигеҙ һала, 1812 й. (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 1795 й.) алып билдәле. Шулай уҡ Түб. Ҡаҙарма, Хоҙайбирҙе булараҡ теркәлгән. 1866 й. Хоҙайбирҙе а. 27 йортта 145 кеше йәшәгән. Малс-ҡ, игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 20 б. 30—60-сы йй. Хоҙайбирҙе булараҡ иҫәпкә алынған.

Д.Ғ.Кускилдин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев